Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Июля 2025, 12:05

Йәш депутаттар берләшә

Быйыл апрелдә республикала   Башҡортостандың йәш депутаттары советы ойошторолдо.  

Йәш депутаттар берләшәЙәш депутаттар берләшә
Йәш депутаттар берләшә

 Был ойошма үҙенә ниндәй маҡсаттар ҡуя  һәм республикала закондар сығарыу эшенә  яңы йәштәр союзының эшмәкәрлеге ҡағыламы?

 Бөгөн «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында ошо һәм башҡа һорауҙарға «БР Йәш депутаттар советы» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы етәксеһе директоры Артур Зәйнуллин, ойошма вәкиле Кирилл Елизаров советтың эше менән таныштырҙы.

Артур Зәйнуллиндың белдереүенсә, ойошма район-ҡалаларҙағы район, ҡала, ауыл советтарына , БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайланған 35 йәшкә тиклемге  636 депутатты берләштерә . Йәштәр – депутаттар корпусының энергиялары ташып торған иң әүҙем вәкилдәре.

– Быйыл БР Йәштәр сәйәсәте министрлығы менән берлектә йәш активистар менән район-ҡалаларҙа зона семинар-кәңәшмәләр үткәреү идеяһы тыуғайны. Тормош туҡтауһыҙ үҙгәрә, махсус хәрби операция, глобаль селтәрҙә мәғлүмәт һуғышы бара. Тышҡы, ә унан һуң эске сәйәсәт тә тиҙ үҙгәрә, яңы хәүефтәр, бер үк ваҡытта, яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килә.  Ошо шарттарҙа  власть менән йәмғиәт араһында диалогты үҫтереү, йәштәрҙең башланғыстарын хуплау, урындағы халыҡтың фекерен ишетеп, уларҙы  йәш   төрлө грант программаларында ҡатнашыуға йәлеп итеү бурысыбыҙ. Йәштәрҙең компетенцияларын да күтәрергә кәрәк, – ти Артур Альберт улы. – Беҙ кешеләрҙе нимә борсоуын, ниндәй проблемаларҙы беренсе сиратта хәл итеүҙе талап итеүен, ә иң мөһиме – бының менән нимә эшләргә кәрәклеген ишетеп кенә белмәйбеҙ. Бергәләп һәр мәсьәләне хәл итәсәкбеҙ. Беҙҙең бурыс - кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү. Бындай берләшмә — ул власть менән йәмғиәт араһындағы күпер.

Әле республика райондарының 75 процентында советтың бүлексәләре булдырылған. Совет вәкилдәре  БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән, эксперттар саҡырып, зона кәңәшмәләрендә лекциялар үткәргән.

Йәш депуттар советы вәкилдәре йәш парламентарийҙар  йәштәр депутат корпусының социаль селтәрҙәрҙәге сәйәси эшмәкәрлеген , ниндәй аныҡ эштәр башҡарыуын даими яҡтыртып бармай, тип билдәләй.Уларға юридик консультациялар йышыраҡ уҙғарырға кәрәк.

 БР Йәш депутаттар союзы советы  вәкиле Кирилл Елизаровтың әйтеүенсә, улар ойошманың депуттаттар, власть вәкилдәре, эксперттар, эшҡыуарҙар  ингән Координацион Советын да булдырған. Был берләшмә республикала иҡтисади, социаль һәм ижтимағи-сәйәси процестарҙың сифат кимәлен күтәреү, дәүләт йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға йәлеп итеү иҫәбенә йәштәр менән эшләү, закондар сығарыу башланғыстарын булдырыу, «Башпроекттарҙы» йәмәғәт контроле  өҫтөндә эшләйәсәк.

Йәш халыҡ һайланыусылары менән эшләйәсәк етәкселәр, йәш депуттар составының һаны йылдан-йыл кәмей барыуын билдәләй. 2018 йылда ғына 1300 йәш депутат иҫәпләнгән.

Әлбиттә, власть даирәләрендә эшләгән йәштәрҙә һәр нәмәлә яңы ҡараш, яңы идеялар, уларға аралашыу, фекер алышыу етмәй. Ошоно күҙ уңында тотоп,быйыл августа Йәш депутаттар форумы ла уҙғарыласаҡ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас