Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Июль 2025, 07:00

Тәрбиәселәр 3 йәшлек баланы туҡмаған

Был хәл Өфө янындағы шәхси балалар баҡсаһында була.

Тәрбиәселәр 3 йәшлек баланы туҡмағанТәрбиәселәр 3 йәшлек баланы туҡмаған
Тәрбиәселәр 3 йәшлек баланы туҡмаған

3 йәшлек Леондың әсәһе әйтеүенсә, Нуғай ҡасабаһындағы "Игроград" шәхси балалар баҡсаһында тыңламаған балаларҙы туҡмайҙар.

Тәүҙә ҡатын балаға ышанмаған, әммә улының, билдәле бер тәрбиәсене күреү менән  илай башлауы шикләнеүҙәре тыуған. Әсәй видеокүҙәтеү камераларынан кадрҙар һораған, әммә уларҙы уға күрһәтмәгәндәр. Шул уҡ ваҡытта ҡатын тураһында скандалист һәм түләү һәләтенә эйә түгел тигән мәғлүмәт таратҡандар.

Әсәй баланың ҡулдарына һуғыуҙарын иҫбатлаған аудиояҙмалар, шулай уҡ етәкселек һәм персонал өсөн булдырылған чаттан скриншоттар йыйған. Уның алдында бер кем дә ғәфү үтенмәгән.

Баланың әсәһе полицияға ғариза яҙған. Прокуратура тикшереү башлаған.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас