Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Июль 2025, 09:30

Ғаилә биш йәшлек сабыйы менән бәләгә тарыған

Уларға ҡотҡарыусылар ярҙамы талап ителгән.

Ғаилә биш йәшлек сабыйы менән бәләгә тарығанҒаилә биш йәшлек сабыйы менән бәләгә тарыған
Ғаилә биш йәшлек сабыйы менән бәләгә тарыған

 

Белорет районынының Ҡағы ауылы менән Ҡаһарман ауылы араһында өс кешенән торған ғаилә, шул иҫәптән биш йәшлек сабый, Ағиҙел йылғаһын автомобиль менән кисеп сығырға маташҡан һәм йылға уртаһында батҡан.

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары махсус ҡорамалдар ярҙамында автомобилде һыуҙан сығарған, бөтә пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин иткән Һәм ғаиләне Ҡағы ауылы юлына тиклем оҙатып ҡуйған.

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас