Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июль 2025, 16:00

Әйҙәгеҙ, тоғро ҡалайыҡ!

Әйҙәгеҙ, тоғро ҡалайыҡ Тыуған ил, тыуған ергә. Дошмандарҙы еңәсәкбеҙ, Булһаҡ әгәр беҙ бергә!

Әйҙәгеҙ, тоғро ҡалайыҡ!Әйҙәгеҙ, тоғро ҡалайыҡ!
Әйҙәгеҙ, тоғро ҡалайыҡ!

Ярҙам ҡулын һуҙайыҡсы
Ҡаһарман яугирҙәргә.
Йән аямай яуға кергән
Аҫыл, батыр ирҙәргә!

 

Ни тиһәңдә, беҙ - башҡорттар,
Арҡа терәрлек халыҡ.
Намыҫ тигән төшөнсәне
Йөрәк түренә һалып.

 

Уйланайыҡ, ашығайыҡ
Һуҙырға ярҙам ҡулын.
Яу ҡырынан өмөтләнеп
Кемдер көтәлер улын...

 

Кемдер атаһын юҡһынып
Күрәлер төштәрендә.
Ярҙам - Еңеү яҡынайтыр,
Барып етһен мәлендә!

 

...Унда ауыр. Һалдат өсөн
Ҡәҙерле ризыҡ, кейем.
Кемдер таҡталар табышһын,
Берәүҙәр балта, сөйөн!

 

Блиндаж булһа, яугирҙәргә
Булыр ышыҡ, йылыраҡ.
Дошмандарҙы дөмбәҫләрҙәр
Көс - хәл йыйнап, нығыраҡ!

 

Барыһы ла кәрәк унда:
Тепловизор, май шәме.
"УАЗ" -ик, "Нива", домкрат, көрәк,
Йылы хат - күңел йәме!

 

Кәрәк унда бинт, дарыуҙар,
Бирешмәһендәр сиргә.
Яраланғандар һауыҡһын, -
Теләгем шул, беҙ бергә!

 

Дошман аяҡ баҫалмаһын
Тыуған ил, тыуған ергә.
...Еңеү беҙҙең яҡта булыр,
Беҙ көслө һәм беҙ бергә!

 

Рамай Ҡаһир

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас