Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июль 2025, 07:30

Тропик ямғырҙар яуасаҡ

Эҫе һауа торошо менән ҡойма ямғырға әҙерләнегеҙ.

Тропик ямғырҙар яуасаҡТропик ямғырҙар яуасаҡ
Тропик ямғырҙар яуасаҡ

 

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе алдағы ике көндә яуым-төшөм менән эҫе һауа торошо көтә. 22 һәм 23 июлгә ошондай фараз Башгидрометта бирелгән.

Бөгөн көндәҙ +25 ...+30 градус. Төндә т +15 ...+20, урыны менән +10 градус йылы. Көндөҙ республиканың ҡайһы бер райондарында  йәшенләп ҡойма  ямғыр яуа. Ел уртаса тиҙлектә, көнсығыштан, йәшен ваҡытында көсәйеүсән.

Шаршамбы, 23 июлдә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе көтөлә.

Һауа температураһы көндөҙ +23 ...+28 градус, төндә  +13...+18. Ел көнсығыштан һәм көньяҡ-көнсығыштан, талғын. Синоптиктар йәшен ваҡытында уның көсәйеүе хаҡында иҫкәртә.

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас