

Быйыл иң популяр предмет – профилле математика – уны 9 191 кеше, йәғни БДИ-ла ҡатнашыусыларҙың 55,2 проценты тапшырған. Йәмғиәтте өйрәнеү буйынса имтиханға 5 702 кеше (34,2 процент) теркәлгән. Шулай уҡ уҡыусылар информатика, биология, физика һәм химия фәндәрен һайлаған.
БР мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, Рәсәй Хөкүмәте ҡушыуы буйынса 2030 йылға профилле математика һәм тәбиғи-ғилми дисциплиналар буйынса БДИ-ны тапшырған сығарылыш уҡыусыларының өлөшө 35 процент тәшкил итергә тейеш. Федераль тест үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылда Башҡортостанда был күрһәткес 40 процентҡа еткән – уның буйынса республика илдә беренсе урынды биләй.
2025 йылдың төп яңылығы булып хәүефһеҙ мәғлүмәт тапшырыу технологияһына күсеү тора. Ул федераль тест үҙәгенән имтихандар үткәреү пункттарына имтихан материалдарын туранан-тура тапшырырға мөмкинлек бирә. Әлегә республикала уны 16 пунктҡа индергәндәр.
Уҙған йыл менән сағыштырғанда, республикала химия, тарих, инглиз һәм немец телдәре буйынса уртаса балл һиҙелерлек артҡан. Йөҙ баллы һөҙөмтәләр һаны 159-ға тиклем арта, 2024 йылда улар 155 була. Химия һәм информатика буйынса йөҙ балл алыусылар һаны күпкә артҡан. Шул уҡ ваҡытта республикала тәүге тапҡыр бер уҡыусы 300 балл йыйған. Өфө ҡалаһының 153-сө лицейы уҡыусыһы Алексей Лобов өс предмет буйынса бер юлы иң юғары һөҙөмтә алған. Ул илдәге ошондай 13 сығарылыш уҡыусыһының береһе.
Быйыл химия, тарих һәм инглиз теле буйынса имтиханда 80-дән ашыу балл алғандар күберәк булған. БДИ-ны 60-тан ашыу балға тапшырған ҡатнашыусылар һаны артҡан.
Быйыл да Берҙәм дәүләт имтиханында иң юғары балл йыйған сығарылыш уҡыусыларына һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға ярҙам саралары буласаҡ. Уҡыусылары БДИ-ны 100 балға тапшырған уҡытыусылар 50 мең һум күләмендә премия ала. Йөҙ балға яҙғандар Евразия фәнни-белем биреү үҙәге составына ингән Башҡортостан вуздарына уҡырға инһә, 150 мең һум күләмендә түләү алыуға хоҡуҡлы.