

Был – объектты халыҡ-ара танытыу, яҡлау, экспертизаға инеү һәм тотороҡло туризмды һәм үҫеште дәртләндереү аша оҙайлы ваҡытҡа һаҡлау өсөн ҡеүәтле инструмент. Был хаҡта БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, объектты ЮНЕСКО-ның бөтә ДОНЪЯ мираҫы исемлегенә индереү ҙур өҫтөнлөктәр бирә:
– халыҡ-ара абруй – глобаль ҡиммәттең юғары статусы, ул объекттың бөтә кимәлдәге билдәлелеген һәм әһәмиәтен арттыра;
– дәүләтте халыҡ-ара стандарттар буйынса оҙайлы һаҡлауҙы тәьмин итергә мәжбүр иткән көсәйтелгән яҡлау милли кимәлдә хоҡуҡи яҡлауҙы көсәйтә.
–туризм һәм иҡтисад өлкәһендә ЮНЕСКО статусы туристарҙы йәлеп итеүсе, инфраструктураны үҫтереүҙе, эш урындары булдырыуҙы, килемде арттырыуҙы, инвестиция йәлеп итеүсәнлеген һәм уға бәйле тармаҡтарҙы стимуллаштырыусы ҡеүәтле маркетинг ҡоралы;
– һөҙөмтәле идара итеү, уның өсөн идара итеү планын әҙерләү, аныҡ сиктәрҙе һәм буфер зонаны билдәләү, торошон күҙәтеүҙе көсәйтеү талап ителә;
– халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, ул белем, технологиялар һәм иң яҡшы тәжрибәләр менән алмашыуҙы еңеләйтә, мәҙәни һәм фәнни бәйләнештәрҙе нығыта;
Яңы статус урындағы халыҡ һәм килеүселәр араһында объекттың ҡиммәтен аңлауҙы арттырыусы программаларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
Урал Килсенбаев, ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү өсөн «Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре» объекты буйынса номинация досьеһы өҫтөндә эш 2018 йылдан алып барылды һәм 2023 йылда тамамланды, тип иҫкә төшөрҙө. Досье әҙерләүсе эшсе төркөмгә Рәсәй фәндәр академияһының археология институты, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге, Себер палеосәнғәт тикшеренеүселәр ассоциацияһы йәлеп ителә. Проектҡа Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Екатеринбург, Ҡазан, Силәбе, Кемерово ғалимдары ярҙам күрһәтә. Эксперт оҙатыуы һәм ғилми етәкселек Австрия, Андорра, Франция, Испания, Ҡаҙағстан белгестәре тарафынан тәьмин ителгән.
2024 йылдың июлендә объекттың торошон баһалау процедураһы үтә. Номинацияланған объекттың торошон юнеско – ның һәйкәлдәрҙе һәм иҫтәлекле урындарҙы һаҡлау буйынса халыҡ-ара советының (ИКОМОС) консультатив органы эксперты Фернандо Каррера Рамирез баһалай. Эксперт эшсе төркөмдөң тырышлығын юғары баһа бирә.
-Парижда Бөтә донъя мираҫы комитетының 47-се сессияһында (2025 йылдың 6-16 июлендә) «Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәре» объектын ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. 26 номинациянан беҙҙең Шүлгәнташҡа ыңғай тауыш бирәләр. Был –республика командаһының күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Урал Килсенбаев. – Башҡортостан Башлығы етәкселегендә һәм ярҙамы менән 2022 йылдың июлендә Бөрйән районында «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексын төҙөү проекты тамамланды. Был Радий Хәбировтың шәхси ҡатнашлығында ғына мөмкин булды.«Шүлгәнташ» музей комплексы мәмерйәнең һәм боронғо ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙең һаҡланыуын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән эштәрҙе башҡарыу өсөн махсус булдырылған.
Шүлгәнташ мәмерйәһе – Көньяҡ Уралдың иң ҙур мәмерйәләренең береһе. Европала палеолит дәүерендәге мәмерйә сәнғәтенең иң көнсығыш сағылышы булараҡ, мәмерйә Евразияла, Көнбайыш Европанан ситтә, бындай сәнғәттең иң ҙур һәм яҡшы һаҡланған ҡомартҡыһы булып тора. Башҡа һүрәттәр араһында бында палеолит мәмерйә сәнғәте өсөн уникаль булған ике үркәсле дөйә һүрәте табылған. Шүлгәнташтың һүрәттәре 20 600 - 16 500 йылдар элек төшөрөлгән.
– Беҙ бының менән генә туҡтап ҡалмайбыҙ. ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә Торатау, Йөрәктау, Ҡуштау шихандары индерелгән, улар буйынса номинация досьеһы әҙерләнгән дә инде. Ағымдағы йылдың авгусында республикаға халыҡ-ара эксперттың килеүе көтөлә. Шуның менән бергә Воскресенск баҡыр иретеү заводы объекты буйынса эш алып барыла, - тип иҫкә төшөрҙө Урал Килсенбаев.