Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Июль 2025, 11:05

Туризмдың донъя үҙәгенә лә әйләнеүе ихтимал

  Бөрйән районында урынлашҡан «Шүлгәнташ» мәмерйәһе ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индерелде. Башҡортостандың археологик ҡомартҡыһы Рәсәйҙең 34-се бөтә донъя мираҫы объекты булды.  

Туризмдың донъя үҙәгенә лә әйләнеүе ихтималТуризмдың донъя үҙәгенә лә әйләнеүе ихтимал
Туризмдың донъя үҙәгенә лә әйләнеүе ихтимал

 

ЮНЕСКО-ға инеүгә мәғлүмәттәр әҙерләү, мәмерйәне таҙартыу  ғалимдар, ғилми үҙәктәр,  идара итеү командаһы тарафынан нисек алып барылған ? Улар ниндәй талаптар ҡуйған? Ошо һәм башҡа һорауҙарға бөгөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР Хөкүмәте  Премьер - министрының беренсе урынбаҫары, БР ЮНЕСКО эштәре буйынса комитет эшенең кураторы  Урал Килсенбаев,  БР Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһы директоры Данир Ғәйнуллин,  «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексының директоры Фәүзил Маликов журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

–  Бөтә донъя мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә  инеү беҙҙең бурыстарҙы ла арттыра, ҙур яуаплылыҡ та. Хәҙер  туристар ағымы, ғалимдарҙың һәм ябай халыҡтың объектҡа ҡыҙыҡһыныуы бер нисә тапҡырға артасаҡ. Беҙ быға әҙер булырға һәм инфраструктура әҙерләргә, яңы ҡунаҡханалар төҙөргә  тейешбеҙ. 2012 йылдан мәмерйәне ЮНЕСКО-ның яҡынса исемлегенә индереү буйынса эш башланғандан алып, ҙур команда мәмерйәне граффитиҙан таҙартыу, инфраструктураны тәртипкә килтереү буйынса эш башҡарҙы. Район үҙәге  Иҫке Собханғол ауылынан мәмерйәгә тиклем 30 саҡрым юлға асфальт түшәлде, «зәңгәр яғыулыҡ» үткәрелде,  ҡыҫҡа ғына ваҡытта ҙур музей комплексы төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылды. ЮНЕСКО-ға инеү  был туристик кластерҙы камиллаштырырға, танытырға яңы юлдар асасаҡ, – тип һөйләне яңы статус алғанса башҡарылған эштәр, уны алыу ниндәй өҫтөнлөктәр биреүе  тураһында БР Хөкүмәте  Премьер - министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.

Рәсәйҙә бөтәһе 34 тәбиғәт ҡомартҡыһы ЮНЕСКО исемлегенә ингән. Башҡортостанда  был  – тәүге объект.

БР Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһы директоры Данир Ғәйнуллиндың билдәләүенсә,  мәмерйәгә яңы статус бирелеүе – уникаль төбәк булараҡ республиканы ла танытыу ул. «Шүлгәнташ» геология буйынса  күп ҡатлы карст ҡыуышлығы тип танылһа, тарих буйынса тәүтормош кешеләренең быуаттар буйына һаҡланған һүрәттәре булған  урын, этник эпосыбыҙ менән бәйле тарих та. 200-ләп  боронғо һүрәте булған ташкеләт  хәҙер  Париждың Эйфель башняһы, Египет пирамидалары, Мәскәү Кремле кеүек ЮНЕСКО-ның бөтә белешмә , каталогтарына инәсәк.  

Донъя кимәленә танылыу өсөн ғәйәт ҙур эш башҡарылған. Республикалағы белгестәр Европалағы тәүтормош кешеләренең һүрәттәре һаҡланған мәмерйәләрҙең эш тәжрибәһен дә өйрәнгән, һүрәттәрҙе кальцит ҡатламанынан таҙартыу өсөн сит илдәрҙән реставраторҙар ҙа саҡырған. Урында инфраструктураның үҫешкән булыуы ла  ЮНЕСКО-ның эксперт  комиссияһы  ҡуйған  төп талап һаналған.Фән өсөн генә түгел, район өсөн дә иҡтисади яҡтан отошло проект булыуын БР Башлығы Радий Хәбиров та хуплаған. Яңы заманса проект менән ҙур музей төҙөлөүе  туристарҙы хәҙер  был урынға күпләп  йәлеп итә, ил кимәлендә төрлө ғилми, мәҙәни саралар үткәреү мөмкинлеген бирә. Музей директоры  Фәүзил Маликовтың әйтеүенсә, музей базаһында  Бөтә Рәсәй ҡая һүрәттәре сәнғәтен өйрәнеү үҙәге лә ойошторолған. Бындай белгестәр Рәсәйҙә бик һирәк.

   Әйткәндәй, Башҡортостан тағы ла ике объектҡа  халыҡ-ара статус алырға ниәтләй.Начало формы ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү буйынса  шихандарҙы  (Торатау, Йөрәктау, Ҡуштау), Воскресенск баҡыр иретеү заводы комплексына документтар әҙерләнә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас