Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Июль 2025, 04:15

Өс инвестиция проекты өҫтөнлөклө статусын алған

Башҡортостанда ғәмәлгә ашырыласаҡ был инвестпроекттарҙың дөйөм суммаһы 700 миллион һум тәшкил итә.

Өс инвестиция проекты өҫтөнлөклө статусын алғанӨс инвестиция проекты өҫтөнлөклө статусын алған
Өс инвестиция проекты өҫтөнлөклө статусын алған

Өҫтөнлөклө статус алған проекттар: Өфө - Инйәр - Белорет трассаһында юл буйы комплексы, Өфө районында логистик комплекс һәм баш ҡалала ҡалдыҡтарҙан ҡырсынташ (вторичное производство) етештереү. 

Былар барыһы ла БР Башлығы Радий Хәбировҡа "Инвестиция сәғәте"ндә республиканың Үҫеш корпорация булышлығында тәҡдим ителгән булған.

Мәҫәлән, "Батыр" компанияһы юл буйы сервисын үҫтерәсәк - Инйәрҙә ҡунаҡхана төҙөй. Бында туристарға уңайлылыҡ булдырылып ҡына ҡалмай, ә яңы эш урындары ла барлыҡҡа киләсәк.

"Агровосток" компанияһы 600 миллион һум инвестиция һалып, емеш-еләк продукцияһын һаҡлау һәм таратыу өсөн логистик комплекс төҙөргә ниәтләй.

Ҡырсынташ етештереү планын "Стройиндустрия" компанияһы тәҡдим иткән. Һәр проект буйынса ла яңы эш урындары асылыуы күҙаллана.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас