

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, кисә көндөҙ «112» гә Күмертауҙа Ғафури урамындағы йортта баланың тәҙрәнән ҡолап төшөүе тураһында хәбәр килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2023 йылда тыуған малайҙы ҡотҡарып булмай.
Бынан алда Стәрлетамаҡта балаларҙың бейеклектән ҡолауының ике осрағы теркәлгән ине. Балаларҙы 1-се ҡала дауаханаһына алып киләләр.