

Сара "Экологик именлек" милли проекты буйынса ойошторолған. Өмәгә ойошмалар, предприятиелар, уҡыу йорттары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ирекмәндәр һәм ябай халыҡ сыҡҡан. Улар Ашҡаҙар аръяғы яғындараҡ йылға буйын йыйыштырып, 100 тоҡ ҡый-һай һыйған. Афариндар!
Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Ғарифуллин белдереүенсә, бындай акциялар мөһим, һәр ял итеүсе үҙе артынан ҡалдыҡтарҙы алып китһә, тәбиғәтте һаҡлау өсөн артыҡ ҡыйынлыҡ юҡ.