

Әле ремонт Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат һәм Ҡарлыман ауылдары янындағы учаскаларҙа тамамланған. Юлсылар тейешле билдәләр ҙә ҡуйған.
Әйткәндәй, Өфө - Инйәр - Белорет юлынан тәүлегенә 12 мең автомобиль үтә.
- Шуға ла был юлды норматив торошта тотоу шарт, - ти БР транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса бара.
Фото: Национальные проекты РФ