Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Июль 2025, 10:42

Әйттеңме ни, әйтмәнеңме - бөтә файҙаһыҙ

Пессимистҡа әйләндерә муттарҙан алданған кешеләр. Күпме генә иҫкәртмә, барыбер тоҙаҡҡа ҡаба йәштәре лә, ҡарттары ла. Тәүлек эсендә генә һигеҙ яҡташыбыҙ енәйәтселәрҙе миллиондарса һум аҡсаға байытҡан. 

Әйттеңме ни, әйтмәнеңме - бөтә файҙаһыҙӘйттеңме ни, әйтмәнеңме - бөтә файҙаһыҙ
Әйттеңме ни, әйтмәнеңме - бөтә файҙаһыҙ

Өфөнән 29 йәшлек ир, уйлап сығарылған "енәйәт эшенән" ҡотолор өсөн, мутлашыусылар иҫәбенә ике миллион һумға яҡын аҡса күсергән. 650 мең һумы - шәхси тупланма, ҡалғаны кредиттар.

Баш ҡаланан 63 йәшлек ирҙе 1 млн 300 мең һумды "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә күндергәндәр.

Стәрлетамаҡтан 23 йәшлек егетте муттар эшкәртеп, "һалым инспекцияһынан 900 мең һум аҡсаны йәшерергә ярҙам иткән".

52 йәшлек ир автомобиль һатҡанда ҡапҡанға эләккән. "Ышаныслы алып-һатыу"ға ышаныу арҡаһында ул мутлашыусыларға 1 млн 500 мең һум аҡса биргән.

Уларҙың алданыу тарихы һеҙгә һабаҡ булһын, дуҫтар! Уяулыҡты юғалтмағыҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас