Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Июль 2025, 09:20

Ысын хәбәрме, кем белә?

Бөгөн Белорет районының Ҡаһарман ауылында бер ирҙе йылан сағып үлтергән, тигән хәбәр ватсап буйлап таралды.

Ысын хәбәрме, кем белә?Ысын хәбәрме, кем белә?
Ысын хәбәрме, кем белә?

15 июль Ҡаһарман ауылынан 40 йәште уҙған ир бесән эшләргә барған һәм йыландан сағылған. Зыян күреүсене Белорет дауаханаһына алып киләләр, әммә йылан ағыуына ҡаршы  препарат булмай һәм ир дауаханала үлә, тип яҙыла хәбәрҙә.

Ни булһа ла, урманға сыҡҡанда һаҡ булығыҙ!  

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас