Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Июль 2025, 16:00

Урталаныҡ йәйҙе - ҡыш буйына

Урталаныҡ йәйҙе - ҡыш буйына Унан әллә ниҙәр көткәйнек. Хыял тоҡсайы беҙ - йәй башынан Әллә ниҙәр ҡырыр иткәйнек.

Урталаныҡ йәйҙе - ҡыш буйынаУрталаныҡ йәйҙе - ҡыш буйына
Урталаныҡ йәйҙе - ҡыш буйына

Урталаныҡ йәйҙе - үлән бешкән,
Бил быуарҙан ҡайҙа баҡһаң да.
Алдына бер сығырмын да тимә
Бынау ҡыйҙың - үҫкән баҡсаңда.

Ямғырҙарын биреп һөйөндөрҙө,
Ер ярығы тулды һыу менән.
Иҙел буйлап аға туристары
Төрлө кәмә, төрлө тыу менән.

Урталаныҡ йәйҙе - алда көҙҙәр
Көтһөн әле, көтһөн барыһын.
Киләһе яҙ арғы тауҙа кәкүк
Ғүмер һанап беҙгә арыһын...

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас