Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Июль 2025, 12:00

Туймаҫ оперҙы - колонияға

БР ЭЭМ Енәйәттәрҙе тикшереү идаралығының элекке өлкән оперуполномоченныйы ата мутлашыусы булып сыҡҡан. 

Туймаҫ оперҙы - колонияғаТуймаҫ оперҙы - колонияға
Туймаҫ оперҙы - колонияға

Ул пассажирҙарҙы ташыу менән шөғөлләнгән коммерция ойошмаһы учредителдәренән 8 миллион һум аҡса алған, йәнәһе лә, уларҙы үҙенең ҡанаты аҫтына алып, бар яҡлап ярҙам итәсәк. Әммә, ысынында иһә, үҙенең вәғәҙәләрен үтәргә йыйынмаған. 

Бынан тыш ул оло йәштәге ҡатынды, һине үлтерергә маташалар, тип алдап, "быға юл ҡуймаҫ өсөн" 15 миллион һум аҡса түләргә мәжбүр итә. Пенсионер үҙенең фатирын, машинаһын залогҡа биреп, кредиттар юллаған, алтын биҙәүестәрен һатҡан һәм 12 миллион һум аҡсаны оперға тотторған.

Суд енәйәтсене 8 йылға дөйөм режимлы колонияға хөкөм иткән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Видео: "Честный репортаж". 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас