

Хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡатын-ҡыҙҙың һәм уның балаларының ҡырағай тәбиғәт шарттарында нисек итеп ризыҡ һәм һыу тапҡанын асыҡларға тырыша.
«Мохи ҡушаматлы 40 йәшлек Нина К. Рәсәйҙән бизнес визаһы менән Һиндостанға килә. Ул Гоа аша изге Гокарна ҡалаһына барып еткән, индуизм һәм һинд рухи йолалары менән тәрән мауыҡҡан», – тип хәбәр ителә.
Ҡатын, уның 6 һәм 4 йәшлек балалары мәмерейәлә 2 аҙна самаһы йәшәгән. Ул мәмерейәне рухи һыйыныу урынына әйләндергән – Руда һынын урынлаштырған, көн һайын доға ҡылған һәм медитация менән шөғөлләнгән.