

Уларҙың ныҡышмалылығы һәм тырышлығы арҡаһында 28 маскировка селтәре әҙерләнгән. Ауыл клубы мөдире Римма Минһажева: "Беҙ уларҙың ата-әсәләренә шундай тырыш һәм яуаплы балалар тәрбиәләгәне өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, - ти. - Динислам менән Алтынай көн һайын эшкә йөрөгәндәй клубҡа килеп, селтәр бәйләй. Йәйге каникулды файҙалы үткәрә, изге эштәр менән шөғөлләнә һәм яҡлаусыларыбыҙға ярҙам итә!"
Афарин, шәп балалар! Һеҙ барыбыҙға ла өлгө. Күҙ теймәһен үҙегеҙгә! Һеҙ бәйләгән селтәрҙәр һәр яугирға ныҡлы, көслө ҡалҡан булһын!