Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Июль 2025, 11:16

Шайморатов һәйкәленә сәскә һалдылар

Рәсәй Федерацияһы Геройы М.М. Шайморатов исемендәге Солонецкий урта мәктәбе (Ростов өлкәһенең Обливский районындағы Солонецкий утары) уҡыусылары Урал Солтанов исемендәге халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбендә уҡығандан һуң легендар командирҙың тыуған яғына килеп, музейҙарҙы, иҫтәлекле урындарҙы ҡараны, тип хәбәр итәләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтенән.

Шайморатов һәйкәленә сәскә һалдыларШайморатов һәйкәленә сәскә һалдылар
Шайморатов һәйкәленә сәскә һалдылар

Анастасия Скиба,  Софья Касперович һәм уларҙың етәксеһе В. И.  Худякова Дәүләкән районындағы Әхиәр Хәкимов музейына, Шишмә районындағы "Турахан" кәшәнәһенә, Өфөләге Альбанов исемендәге ҡотопсылар музейына барған. Үҫмерҙәр Шайморатовҡа һәм ил һаҡлап яуҙа һәләк булған батырҙар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскә гөлләмәһе һалған. Ростов уҡыусыларына Өфө һәм Башҡортостандың улар булған райондары бик оҡшаған.

Фото: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас