Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Июль 2025, 08:00

20 көнлөк улын яндырған

Октябрьскийҙа тоҡандырыулы фен арҡаһында ут сығып китеп, тәне янып үлгән бала хаҡында хәбәр иткән инек. Ут фендан сыҡмағаны асыҡланды.

20 көнлөк улын яндырған20 көнлөк улын яндырған
20 көнлөк улын яндырған

Октябрьский ҡалаһы прокуратураһынан  хәбәр итеүҙәренсә, ут һаҡһыҙлыҡ арҡаһында сыҡҡан. Быйыл май айында насар ғәҙәткә дусар атай кеше яңы тыуған сабыйы менән бергә фатирҙа иҫерек килеш тороп ҡала. Ул ҡулында янған тәмәке тотоп, баланың карауатына килә, осҡон бала ятҡан ергә төшә. Һөҙөмтәлә баланың түшәк кәрәк-яраҡтары һәм кейемдәре яна. Сабыйҙың башы, муйыны, ҡулдары,  янбашы термик тән йәрәхәттәре ала.

Алынған йәрәхәттәрҙән бала дауахананың реанимация бүлегендә вафат була. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный. Енәйәт эше ҡарау өсөн Октябрьский ҡала судына ебәрелгән.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас