Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Июль 2025, 16:22

Үлеменә ҡаршы сыҡҡан...

Иглин районында үлемесле авария!

Үлеменә ҡаршы сыҡҡан...Үлеменә ҡаршы сыҡҡан...
Үлеменә ҡаршы сыҡҡан...

Иглин районы Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай.

Авария бөгөн киске сәғәт алты тирәһендә М-5 "Урал" автомобиль юлының 1531-се километрында була.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, "Сузуки CX4" автомобиленең 54 йәшлек водителе, Өфө яғынан Силәбе йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә, билдәһеҙ сәбәп менән ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға һәм 38 йәшлек водитель идара иткән "МАН" йөк машинаһы менән бәрелешә.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ауыр яраланған еңел автомобиль водителе ашығыс ярҙам килгәнсе йән бирә.

Фажиғә буйынса тикшереү башланған, уның барышында ваҡиға сәбәптәре һәм шарттары асыҡланасаҡ.

Фото: https://web.telegram.org/k/#@bash_gibdd

Үлеменә ҡаршы сыҡҡан...
Үлеменә ҡаршы сыҡҡан...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас