Межгорьела ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бүрене сирена ярҙамында урманға ҡыуа.
Билдәле булыуынса, йәш бүре
Олимпия урамы, 3 адресы буйынса кешеләр янына сыға. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, был бүре бер аҙна элек тә ошо тирәлә йөрөгән.
"Мин уны эйәһеҙ эт тип уйланым, бөтәһе лә шулай уйлаған күрәһең! Уның бүре икәнен ҡайҙан беләйек. Янынан тыныс ҡына үтеп киттем", - ти Межгорьела йәшәүсе ҡатын.
Ҡала хакимиәте халыҡҡа уяу булырға кәңәш итә һәм ҡырағай йәнлек менән осрашҡанда 112-се номеры буйынса шылтыратыуҙарын һорай.