Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Июля 2025, 04:33

Элекке енәйәттәр асыла

Мәсәғүттә 12 йыл элек ҡылынған енәйәттә кемдең ғәйепле булыуы асыҡланған. 

Элекке енәйәттәр асылаЭлекке енәйәттәр асыла
Элекке енәйәттәр асыла

2013 йылдың 24 февралендә иҫерек ир бергә йәшәгән ҡатындың башына һуға ла, әшнәләре менән эсергә сығып китә. Ҡатын вафат була.

Яңыраҡ тәфтишселәр һәм криминалистар элекке асылмаған эште яңынан ҡуҙғатып, тикшереү башлай. Шаһиттарҙың береһе ирҙең ҡатынға һуғыуы тураһында һөйләй. Элек дуҫы менән араларҙы боҙмаҫ өсөн был турала өндәшмәгән булған. 

Ҡатындың ғүмерен өҙгән ирҙе суд 10 йылға ҡаты режимлы колонияға хөкөм иткән. Бынан тыш ул ҡатындың әсәһенә һәм улына берешәр миллион һум аҡса түләргә тейеш.

Был хаҡта БР Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас