«Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер» милли проекты буйынса һатып алынған ике аппарат меңдәрсә кешенең һаулыҡ торошон яҡшыртыуға булышлыҡ иткән.
УЗИ аппараты - медицина тикшереүе өсөн иң кәрәкле ҡорамалдарҙың береһе. Күп сирҙе алдан асыҡлау, ваҡытында дауалауҙы башлау мөмкинлеге бирә. Ғүмерҙәре ҡотҡарыуҙа ла әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, ти белгестәр. Һәр дауаханала булырға тейеш бындай заманса технологиялар.
Фото: Министерство здравоохранения Республики Башкортостан.