

Июлдә ямғырҙар нормаһы - 51 мм, ти белгестәр.
Йәшенле фронт арҡаһында ҡаланың ашығыс диспетчер хеҙмәтенә ҡойма ямғыр эҙемтәләре тураһында һигеҙ хәбәр килә. Ленин, Дим һәм Киров райондарында юлдарҙы һыу баҫа. Ленин, Октябрьский, Орджоникидзе, Совет райондарында 5 ағас ҡолауы осрағы теркәлгән.
20.30-ға бөтә участкалар ҙа һыуҙан азат ителә.
Ямғырҙар еләкте серетеп бөтмәһә ярар ине...
Фото: UTV телеканалы.