

Бөгөн көндөҙгө сәғәт 12-ләр тирәһендә Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск автомобиль юлының 264-се километрында "БМВ" мототранспортының 36 йәшлек водителе "Фольксваген Гольф" маркалы автомашина менән бәрелешә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә мотоциклсы алған йәрәхәттәрҙән ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе урында вафат була.
Автоинспекторҙар хәбәр итеүенсә, юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү үткәрелә. Бер нисә экспертиза үткәреү тәғәйенләнгән.
Һәләк булған ирҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...