Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Июль 2025, 08:00

Квадроцикл өйһөҙ итә яҙған!

Балаларҙың квадроциклы бер ғаиләне саҡ өйһөҙ ҡалдырмаған. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Квадроцикл өйһөҙ итә яҙған!Квадроцикл өйһөҙ итә яҙған!
Квадроцикл өйһөҙ итә яҙған!

Йорт хужаһы үҙенең ихатаһында төтөн күреп ҡала ла, янғын һүндереүселәргә шылтыратып, утты үҙе һүндерә башлай.

Янғындың сығанағы - балалар квадроциклы. Унда бер нисә сәғәт элек 14 йәшлек үҫмер йөрөгән була.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 4 хеҙмәткәре янғынды 13 минут эсендә һүндерә. Ваҡытында утты асыҡлау һәм грамоталы эш итеү арҡаһында йорт зыян күрмәй.

Квадроцикл янып юҡҡа сыҡҡан.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишселәре билдәләүенсә, янғын яғыулыҡ багының герметикаһы боҙолоуы арҡаһында сыҡҡан. 

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:
- транспорт сараһының төҙөклөгөн күҙәтегеҙ;
- деформацияларға һәм ярыҡтарға, айырыуса яғыулыҡ системаһына иғтибар итегеҙ;
- янғын һүндергесте еңел барып етерлек урында тотоғоҙ;
- яғыулыҡ резервуары янында тәмәке тартмағыҙ.

Фото: https://vk.com/mchs__russia

 

Квадроцикл өйһөҙ итә яҙған!
Квадроцикл өйһөҙ итә яҙған!
Квадроцикл өйһөҙ итә яҙған!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас