Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июль 2025, 21:00

Уҡыусыны, тыңлаусыны юғалтмаҫ өсөн

Өфө вуз-ара кампусының Геном үҙәгендә «Мультиформатлыҡ дәүерендә киң мәғлүмәт саралары» төбәк киң мәғлүмәт саралары конференцияһы үтте.

Уҡыусыны, тыңлаусыны юғалтмаҫ өсөнУҡыусыны, тыңлаусыны юғалтмаҫ өсөн
Уҡыусыны, тыңлаусыны юғалтмаҫ өсөн

 Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев, РБК телеканалының идара итеүсе директоры (Мәскәү ҡалаһы) Илья Доронов, Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһының генераль директоры Александр Широких ҡатнашты.

 Сарала сығыш яһап,  Премьер-министр  федераль эксперттарҙың статусы Башҡортостандың төрлө кимәлдәге һәм төрлө йүнәлештәге саралар үткәреү өсөн майҙансыҡ булараҡ мөмкинлектәрен күрһәтә, тип билдәләне .

– Һуңғы биш  йылда тармаҡ тиҙ үҫеште. Төбәктең киң  мәғлүмәт саралары өсөн уникаль мөмкинлектәр барлыҡҡа килде. Федераль медиа үҙ  уҡыусыларын эҙләгәндә, төбәк баҫмалары заманса аудиторияға нимә кәрәклеген анығыраҡ  белә. Былдөрөҫлөк һәм ышаныс. Социаль селтәрҙәр, мәғлүмәт һуғыштары һәм фейктар дәүерендә тап ошо алым  яманды яҡшынан айырырға мөмкинлек бирә. Был

шарттарҙа мультиформатлыҡ коммуникация ҡоралы ғына түгел, ә дәүләт мәғлүмәт сәйәсәтенең төп элементы булып тора. Беҙ өс тректы һайланыҡ - ул асыҡлыҡ, журналистар берләшмәһенә ярҙам итеү һәм оператив һәм ышаныслы контент.Беҙ илдә тәүгеләрҙән булып хәрби журналистарға дәүләт ярҙамы күрһәттек, -тине Премьер-министр.

Башҡортостандың закондар сығарыу башланғысы тураһында Рәсәй Журналистар союзы Рәйесе Владимир Соловьев та айырым әйтте

- Бер нисә көн элек республикағыҙҙа хәрби журналистарҙы яҡлау тураһында ҡабул ителгән закон – беҙҙең өсөн иң мөһиме. Беҙ уны башҡа йылдарҙа ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашҡан журналистарға ҡарата ла ҡулланырға итәбеҙ.  Бындай закон бөтә ил буйынса ла ҡабул ителер, тип ышанам, – тине. Тармаҡтың кадрҙар бурыстары тураһында тележурналист, Рәсәй телевидениеһы Академияһы ағзаһы, ТЭФИ премияһы лауреаты, «Вести» алып барыусыһы, Росмолодежь йәмәғәт советы ағзаһы Эрнест Мацкявичус һөйләне.

Әммә ниндәй генә форматтар барлыҡҡа килмәһен, журналистиканың асылы үҙгәрешһеҙ ҡала – дөрөҫлөктө һөйләү һәм уҡыусыларға кәрәкле булыу.

Төбәктең киң мәғлүмәт сараларының үҙенең айырым йүнәлеше, тәғәйенләнеше бар.

Осрашыуҙа  киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен бүләкләү тантанаһы ла үтте.

 Өс журналист “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды, 26 журналист  БР Хөкүмәтенең Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттарын алды.

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев Халыҡтар Дуҫлығы Ордены менән бүләкләнде.

 

Фото: БР Хөкүмәте.

Уҡыусыны, тыңлаусыны юғалтмаҫ өсөн
Уҡыусыны, тыңлаусыны юғалтмаҫ өсөн
Уҡыусыны, тыңлаусыны юғалтмаҫ өсөн
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас