Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Июль 2025, 10:30

"Олотау йыйыны" гөрләй!

Учалы районы Ҡотой ауылында мини-футбол буйынса 7-се тапҡыр уҙғарылған "Олотау йыйыны" фестивале быйыл халыҡ-ара кимәлгә сыҡты! Сөнки ярышта Ҡаҙағстан һәм Белоруссия командалары ҡатнаша!

"Олотау йыйыны" гөрләй!"Олотау йыйыны" гөрләй!
"Олотау йыйыны" гөрләй!

Был грандиоз спорт байрамында призлы урындар өсөн өс илдән, Рәсәйҙең ете төбәгенән һәм Башҡортостандың ун биш районынан 60 команда көс һынаша. Улар араһында - 48 ир-егеттәр һәм 12 ҡатын-ҡыҙҙар коллективы.

Фестиваль көндәрендә ҡатнашыусыларға 124 матч уйнарға тура киләсәк.

Турнир ике этапта үтә: башта төркөм этабы, һуңынан финал уйындары.

Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы аҡсалата приздар ғына түгел, ә башҡорт тоҡомло ат, шулай уҡ эксклюзив күсмә кубок көтә!

Приз фонды - 1 млн һум!

"Олотау йыйыны" фестивалендә футболдан тыш киберфутбол, волейбол, башҡорт биатлоны, уҡ атыу, мас-рестлинг һәм башҡа ярыштарҙа ҡатнашырға мөмкин. Гүзәл зат вәкилдәре араһында халыҡ йолаларын һаҡлауға йүнәлтелгән "Сая ҡыҙ" конкурсы ойошторола.

Һәм йылдағыса - концерт-дискотека!

Фото: https://vk.com/olotau

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас