

Ҡалҡан ауылында хужалыҡ ҡаралтыһының ҡыйығы янып китә, ут тиҙ арала йорттоң ҡыйығына, мунсаға һәм йәйге йортҡа күсә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын һүндереүселәре һәм ирекмәндәр гараж һәм һарай алдында ҡыҙыл әтәсте туҡтата алған.
146 кв.м. майҙанда янғын һүндерелә.
Ире менән бергә утты үҙ аллы һүндерергә маташҡанда, 59 йәшлек ҡатындың өҫтөн ялҡын һуҡҡан.
Уны дауаханаға оҙатҡандар.
Яҡынса фаразлауҙар буйынса, янғын "замыкание"нан сыҡҡан. Тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе үткәрә.
Уҙған тәүлектә республикала 22 янғын теркәлгән.
Фото: https://web.telegram.org/k/#@mchsrb01