

Билдәле булыуынса, ул яҫтыҡ туйы үткәргән.
"Бөгөн беҙҙә яҫтыҡ туйы,
Яҫтыҡ туйы бөгөн беҙҙә.
Яҫтыҡ эшләргә килгән ҡыҙҙар,
Уңыш юлдаш булһын һеҙгә,
Ҡыҙҙар булмаһа ла, үҙем яҫтыҡ өмәһен үткәрҙем бөгөн. Элекке ваҡыттарҙа яҫтыҡ эшләү өмәһе ауыл тормошоноң күренекле ваҡиғаһы булған. 12 яҫтыҡ тышы тегеп, уларға ҡаҙ мамығы тултырып, матур ғына, йомшаҡ ҡына яҫтыҡтар килеп сыҡты", – ти ул.
Ә һең яҫтыҡ туйы хаҡында ишеткәнегеҙ бар инеме?