

Балалары тәмләп сәйҙәр эсһә,
Туҡ үҙенең дә тамағы.
Ҡыҙған табаға баҫҡандай көн дә,
Һәр ваҡыт ҡыҙыу табаһы.
Эй, сәй яһай әсәй,
Әсәйҙәрҙең
Шунда кеүек әсәйлеге.
Өйҙәләрме, юҡмы,
Йөрәгеләй
Һәр ваҡыт ҡайнар сәйнүге.
Төндәрен дә ут һүнмәй түръяҡта,
Эштән ҡайтып керә атай.
Балалары ҡаты йоҡлай,
Әсәй
Ихлас ҡаты сәйен яһай.
Һаман сәйен яһай.
Әүен баҙарына китә атай,
Һаман яҡты аш бүлмәһе.
Әсәнең күңел яҡтыһы унда,
Һүрелмәһен ул, һүнмәһен.
Эй, сәй яһай әсәй балаларға,
Үҙенә кем яһай икән?
Үҙе өсөн көндөҙ бушай алмай,
Төнөнән көн яһай икән.
Ринат Сөләймәнов.