

- Бөгөн районда һауала пилотһыҙ осоусы аппарат күҙәтелде, - тип яҙалар. - Ҡала территорияһында беспилотник табылмаған тип хәбәр итәбеҙ. Барыһын да тыныс һәм уяу булырға саҡырабыҙ. Әгәр ҙә пилотһыҙ осоу аппараты табылһа, уға яҡын бармағыҙ, шунда уҡ 112-гә хәбәр итегеҙ. Бындай осраҡтарҙа, хәүефһеҙлек маҡсатында, подвалдарҙа, ванна бүлмәләрендә йәки тәҙрәләрҙән алыҫ урынлашҡан башҡа урындарҙа ҡасырға кәңәш ителә.
Бөтә ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәттәре ЧП-ны оператив рәүештә хәл итергә әҙер торған.
Компетентлы органдарҙан алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, БПЛА Башҡортостан территорияһы сиге буйлап осоп, Удмуртия йүнәлешендә хәрәкәтен дауам иткән.
Бөгөн Татарстандың Әлмәт районында БПЛА һөжүме янауы тураһында иғлан иткәндәр. Унда сиреналар яңғыраған, ашығыс хеҙмәттәр тулыһынса әҙерлеккә килтерелгән булған.