Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Июль 2025, 04:35

Йортто ут ялмаған!

Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылында ҡот осҡос фажиғә! 

Йортто ут ялмаған!Йортто ут ялмаған!
Йортто ут ялмаған!

Янғын хаҡында мәғлүм булыу менән янғын һүндереүселәр ауылға килеп еткән дә бит, тик аяуһыҙ ҡыҙыл әтәс йортто ҡотҡарып алып ҡалырға ирек бирмәгән... 

Утҡа ҡаршы көрәш барышында янғын һүндереүселәр ишек төбөндә 60 йәшлек ҡатындың кәүҙәһен тапҡан - ул сығырға, ҡотолорға ынтылған мәлдә төтөнгә ағыуланып ауған...

Асыҡланыуынса, янғын сыҡҡан мәлдә өйҙә 15 һәм 17 йәшлек үҫмерҙәр ҙә була, улар үҙ аллы утты һүндереп маташа, әммә ялҡын телдәре тиҙ ялмай бар нәмәне. Ярай ҙа үҙҙәре иҫән ҡалған - сығып өлгөргәндәр. 

Ут боҙоҡ электр ҡорамалынан сығыуы ихтимал, тип фаразлана. 

Фажиғә буйынса тикшереү бара. 

Һәләк булған ҡатындың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ... 

Фото: МЧС РБ. 

Йортто ут ялмаған!
Йортто ут ялмаған!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас