Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Июль 2025, 11:30

"Шеф" кеүек ағайҙар барҙа...

  «Һаулыҡ , именлек булһа, хеҙмәтемде дауам итергә иҫәп бар», – ти яугир.  

"Шеф" кеүек ағайҙар барҙа..."Шеф" кеүек ағайҙар барҙа...
"Шеф" кеүек ағайҙар барҙа...

31-се «Башҡортостан» мотуҡсылар полкындағы Сергей Зорин исемендәге танк батальонында күпселеге беҙҙең республика егеттәре хеҙмәт итә. Марсель Ғилманов  Әбйәлил районының Буранғол ауылынан.  61 йәшлек ир-уҙаман 2023 йылдың майында РФ Оборона министрлығы менән менән контракт төҙөгән. «Шеф» позывнойлы яугирҙы батальонда  танк командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Контракт  ваҡыты тулғас, ул өйөнә ҡайта. Бер аҙ ял иткәс, күңел ҡушыуы буйынса тағы иптәштәре янына килә,  бер йылға контракт төҙөй. Әле ул тәьминәт бүлегендә танктарҙы  ҡорал, яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итә.

«Һаулыҡ , именлек булһа, хеҙмәтемде дауам итергә иҫәп бар», – ти яугир.

Ағай оҙаҡ йылдар  урман хужалығында эшләгән. Уның танк батальонына килеүе юҡҡа түгел, «Шеф» техниканы яҡшы белә, хужалығында  үҙ ҡулдары менән мини- трактор йыйған.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас