

Урынға тиҙ арала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килә, фатирҙы ҡарап сыға һәм йортта йәшәүселәрҙе иҫкәртә.
Шартлауҙан балкон ишеге осҡан, быялалар селпәрәмә килгән. Һәләк булыусылар, зыян күреүселәр юҡ.
Әлеге ваҡытта урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм Өфө граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары эшләй. Балкондың бетон плитәһенең конструкцияһын һүтеү планлаштырыла. Йорттоң аҫтында территория кәртәләнгән.
Фото: МЧС РБ.