Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июль 2025, 09:30

Тайыштабандар тыныслыҡ бирерме?

Межгорье ҡалаһының Парк урамында  йәнә айыуҙар йөрөгән.

Тайыштабандар тыныслыҡ бирерме?Тайыштабандар тыныслыҡ бирерме?
Тайыштабандар тыныслыҡ бирерме?

Бында өс айыу эйәләшкән, ҡыуып ебәрһәң дә, кире киләләр һәм үҙҙәрен хужаларса тоталар, ти ҡала халҡы.

Улар шул тиклем ас, хатта баҡсалағы укропты ашап бөткән икән.

 

Урындағы властар проблеманы хәл итеү буйынса саралар күрә. Көньяҡ Урал ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары йәлеп ителгән, ашығыс хәбәр итеү системаһы эшләй.

Айыуҙар күренһә, 112 номерына шылтыратыуҙарын һорайҙар.

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас