

Көн дә әллә ни эҫелеге менән аптыратманы. Был йәйҙең ғилләһе нимәлә? Баҡһаң, Төньяҡ Атлантик циклон климатик хаос тыуҙырған икән. Рәсәйҙең Европа өлөшөндә ана шул “Корнелиус” циклоны “йөрөп ята”. Башҡортостанға ла һалҡын һәм ямғырҙы килтереүсе лә ул.
Ҡасан китер? Синоптиктар, тиҙҙән, тигән була.
“Гисметео” порталына күҙ һалһаҡ, июлдең икенсе ун көнлөгө башланғанда ямғыр туҡтап тора, имеш. Көн дә йылыта. 10 июлдән һуң температура көндөҙ +26 градусҡа тиклем күтәрелә. 12 июлдә +27 градус буласаҡ. Шунан һуң әҙ генә ямғыр яуыуы ихтимал. 17 июлдән һуң уртаса көндөҙгө температура + 23 градус тәшкил итәсәк. Аяҙ көндәрҙе күберәк күрербеҙ, иншаллаһ.
Тик был 100 процентҡа дөрөҫ фараз түгел инде)))
Фото: Роскосмос.