

Бөгөн Нефтекама ҡалаһы ҡала округының Энергетик ауылынан алыҫ түгел "Венеция" баҡса ширҡәте эргәһендә Ҡарман һыуһаҡлағысында Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары - Дүртөйлө ҡалаһының зона эҙләү-ҡотҡарыу отрядының водолаз төркөмө - ирҙең кәүҙәһен һыуҙан сығарҙы.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙең мөһимлеген иҫкә төшөрә. Таныш булмаған урындарҙа һыу инмәгеҙ, ярҙан йыраҡ йөҙмәгеҙ, һыу янында спиртлы эсемлектәр эсмәгеҙ!
Фото: https://web.telegram.org/k/#@goskomitet_rb_po_chs