

Авария бөгөн киске сәғәт алтылар тирәһендә Оло Ыҡтамаҡ-Яңы Балаҡатай автомобиль юлының 32-се саҡрымында була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 46 йәшлек водитель "Газель" автомашинаһында 56 йәшлек водитель идара иткән "Киа Сид" менән бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә "Киа" водителе алған йәрәхәттәрҙән урында вафат була, уның ике пассажиры дауаханаға оҙатылған.
Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү башланған, уның барышында ваҡиға сәбәптәре һәм шарттары асыҡланасаҡ.
Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһы.