

Юлға сығыу менән Ришат Әнис улы, маршрут тығыҙ: күп йөк бушатыу нөктәләре, алда беҙҙең егеттәр менән осрашыуҙар күп, тип яҙҙы:
- Республика конвойы составында барабыҙ - иңгә-иң терәп, берҙәм эш менән. Һеҙҙең ярҙамығыҙ һәм уртаҡ тырышлыҡ арҡаһында өс тулы фургон йыйып алдыҡ. Яугирҙар өсөн биш берәмек техника, блиндаждарҙы нығытыу һәм төҙөү өсөн ағас материалдары, эсәр һыу, ит һәм башҡа бик күп кәрәкле әйберҙәр әҙерләнгән - был тиҫтәләгән битараф булмаған кешеләрҙең индергән өлөшө. Ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт. Юлда яңылыҡтар менән уртаҡлашасаҡмын. Бәйләнештә ҡалабыҙ!
Үҙ һүҙендә торған хакимиәт башлығы Красный Лучта ике фургонды бушатыуҙарын, егеттәр менән осрашыуҙарын хәбәр итте:
- Барыһы ла килеп етә алманы - хәрби позицияларҙа ине улар, әммә йөк ышаныслы ҡулдарға тапшырылды. Әлеге мәлдә бурысты үтәлгән тип иҫәпләйем. Артабан барабыҙ. Алда - башҡа урындарҙа яугирҙар менән осрашыуҙар.
Артабан юлды дауам итеүҙәрен бәйән иткән Ришат Әнис улы йәкшәмбе көнө кисен, егеттәргә гуманитар ярҙамды тапшырыуҙы дауам итәбеҙ, тип яҙҙы:
- Яугирҙарға техника - юғары үтеүсәнлектәге машиналар һәм мотоцикл тапшырылды. Уларға тоғро хеҙмәт итһендәр, ауыр мәлдә ярҙам итеп торһон, айырыуса ауыр булған урындарҙа бурыстарҙы үтәргә ярҙам итһендәр. Яуап итеп "Буран" айырым диверсия разведка отряды егеттәре музей өсөн трофейҙар бирҙе. Ҡайтҡас, бөтә экспонаттарҙы һаҡлау өсөн МХО-ға арналған күргәҙмә залына тапшырырбыҙ. Беренсе урында эш тамамлады. Күп кенә беҙҙең егеттәр менән осрашырға насип булды. Планлаштырған бөтә нәмә тапшырылды. Артабан барабыҙ. Алға, Запорожьеға.
Имен-һау йөрөп ҡайтһын сәфәрҙәгеләр! Яугирҙар имен-һау ҡайтһын!
Шишмә районы халҡына, Ришат Әнис улына ҙур рәхмәт!
Фото: https://vk.com/rishat_mansurov