Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Июнь 2025, 08:30

Ҡотлайбыҙ!

Әбйәлил районының Рәхмәт ауылынан Исрафил Йәнсәйетовҡа "Табын ырыуҙары берләшмәһе" төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының "Табын ырыуының арҙаҡлы шәхесе" тигән маҡтаулы исем бирелгән. 

Ҡотлайбыҙ!Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Һис ҡасан мал, дан артынан ҡыумаған Исрафил Рәхмәтулла улы арымай-талмай халҡына хеҙмәт итә. Ул ябай ауыл кешеһе, әммә тырышлығы, фиҙаҡәрлеге менән күптән ауылдаштары, ырыуҙаштары, райондаштары араһында абруй яулаған. 

Саранан һуң ул үҙенең тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты:

- Беҙ Дәүләкән районына һәм ҡалаһына "Табын-Фест-2025" йыйынына барып ҡайттыҡ. Үҙебеҙҙең Күбәләк ырыуы һәм Әбйәлил районы вәкилдәре исеменән сығыш яһаныҡ. Дәүләкәндә үҙебеҙҙең ырыуҙаштар һәм ауылдаштар - Мораҡай ауылынан ГөлнурАхмедина, Яйҡар ауылынан Минзәлә Сабирова, Рәхмәт ауылынан Ҡунафин Данияр ағайҙың ҡыҙы (исемен оноттом) менән осраштыҡ. Ырыуҙаштар менән аралашып, һөйләшеп һүҙ бөтмәне. Бик яҡшы тәьҫораттар ҡалды. Улар тыуған яҡҡа ҡайтҡандай булдыҡ, тип ҡыуанышып ҡалдылар. 

Исрафил Рәхмәтулла улын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ул һис шикһеҙ лайыҡ!

Фото: И.Йәнсәйетов.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас