Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Июнь 2025, 07:15

Еңеүсебеҙҙе ҡотланыҡ!

Быйыл Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар конкурсы үткәрелә башлауға 10 йыл булды.

Еңеүсебеҙҙе ҡотланыҡ!Еңеүсебеҙҙе ҡотланыҡ!
Еңеүсебеҙҙе ҡотланыҡ!

Рәми Ғарипов исемендәге  башҡорт республика гимназия-интернатының XI класс уҡыусыһы Ләйлә Нөғәмәнова, “Ысын башҡорт хаҡында легенда” тигән яҙмаһы менән, еңеүсе тип табылғайны. Еңеүсебеҙҙе гимназистарҙың сығарылыш кисәһендә - Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә "Йәшлек" гәзитенең Шөһрәтнамәһе, 10 мең  һум күләмендә аҡса һәм иҫтәлекле китаптар менән бүләкләнек. Ләйлә Нөғәмәнованы әҙерләгән Рәсимә  Алламоратоваға ла Шөһрәтнамә һәм тарихи китаптар тапшырҙыҡ. Уларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, артабан да гәзит менән бәйләнеште өҙмәүҙәрен теләйбеҙ!

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас