

Ярты литрлы 6 банка өсөн 1 кг һарымһаҡ уҡтары, 2 л һыу, 3 аш ҡалағы тоҙ, 3 аш ҡалағы шәкәр, хуш еҫле борос, 3 лавр япрағы, 9 процентлы аш һеркәһе кәрәк.
Һарымһаҡ уҡтарын 5-10 см итеп турап сығырға. Уларҙы стерилләнгән банкаларға һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп , 10 минут тоторға. Һыуын кире түгеп, маринад әҙерләргә. 2 литр һыуға 3 аш ҡалағы тоҙ һәм шул уҡ күләмдә шәкәр алына. Банкаларға яртышар лавр япрағы, 2 хуш еҫле борос һалырға ла, эҫе маринадты ҡойорға. Һәр банкаға һуңынан 1 аш ҡалағы аш һеркәһе һалып, тимер ҡапҡастар менән ябырға.
Фото: dzen.ru