

Киске сәғәт ун тирәһендә Асҡар ауылы янында 21 йәшлек егет "Хундай Солярис" машинаһында "КамАЗ" аҫтына инеп киткән. Водитель, уның 27 һәм 31 йәшлек ике пассажиры ашығыс ярҙам машинаһы килгәнгә тиклем йән биргән.
Фажиғә урынына БР Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы етәкселеге юлланған.
Әлеге мәлдә унда БР Эске эштәр министрлығының эксперт-криминалистары, тәфтиш-оператив төркөм эшләй.
Һәләк булған кешеләрҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһы.