Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июнь 2025, 10:15

Замана гангстерҙары

Өфөлә көпә-көндөҙ атышып, машиналарҙа ҡыуышып йөрөгән алты егеткә ете йылға тиклем колония янай. 

Замана гангстерҙарыЗамана гангстерҙары
Замана гангстерҙары

Башҡортостан Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 24 июнь кисендә Зорге урамында бер нисә граждан араһында конфликт була.

Ул "Водник" стадионы янында ике таныштың араһында ҡупҡан низағтан башланған.

"ЗАЗ Шанс" автомобилендәгеләр китеп барғас, "ВАЗ-2114" машинаһындағылар уларҙы ҡыуа сыҡҡан.

Урынға оператив рәүештә полиция хеҙмәткәрҙәре килә. Инцидентта ҡатнашҡан алты кеше ҡулға алына һәм полиция бүлегенә килтерелә. Ҡулға алыу барышында пневматик һәм яҡтылыҡ-тауыш пистолеттары тартып алына. Ғәйепләнеүселәрҙең өсәүһе элек урлашыу һәм мөлкәткә аңлы рәүештә зыян килтереү өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылған булған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас