+22 °С
Ямғыр


Киткәндәрҙе көсләп тотҡом килмәй,
Һәр кем ерҙә тик бер генә йәшәй:
Үткәндәргә ишектәрҙе ябам,
Ҡояш өсөн күңелемде асам.
Эйе, хәтирәләр ҡайсаҡ күҙҙәрҙә
Сәбәп булыр инде йәштәргә.
Ә шулай ҙа йыуатмағыҙ мине,
Һис кәрәкмәй мине йәлләргә.
Хәйерле юл тейем киткәнгә,
Үкенес юҡ һис тә үткәнгә.
Тормош дауам итә унһыҙ ҙа,
Унһыҙ ҙа бит мөмкин йәшәргә.
Гөлнур Ҡыуатова