

Бер нисә йыл элек ауыл халҡының тырышлығы менән Ғәлиәхмәрҙә данлыҡлы ауылдаштары - Тамьян-Ҡатай кантоны хәрби комиссары, Муса Мортазиндың яуҙашы, Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Әхмәҙиә Зиннур улы Зиннуровтың яҡты иҫтәлегенә мемориаль обелиск-таҡтаташ асылды.
Унан һуң берҙәм, татыу ғәлиәхмәрҙәр "Батырҙар даны мәңгелек!" тип аталған Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары һәйкәлен булдырҙы.
Ә инде быйыл май айында ике йыл элек махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған ошо ауыл егете Әмир Ғибәҙуллин хөрмәтенә мемориаль плита асыу тантанаһы үтте. Туғандары, ауылдаштары, дуҫтары һәм таныштары яугирҙы хөрмәтләп иҫкә алды.
Әмир Ғамир улы Ғәлиәхмәр ауылында тыуған, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы мәктәбен тамамлаған. Хәрби хеҙмәтен үтәп, 1998 йылда армиянан ҡайта. Махсус хәрби операцияға ул 2022 йылдың октябрь аҙағында китә. Яуҙарҙа ҡатнашҡан яҡташыбыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2023 йылдың 3 июнендә һәләк була... Үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән геройҙың әсәһе һәм ҡыҙы ҡалған. Уларға сабырлыҡ теләйбеҙ.