Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Июнь 2025, 17:00

Хәрбиҙәрҙе оҙаттылар, иҫән-һау ҡаршы алырға яҙһын!

Бөгөн Өфөлә   ике аҙна ялда булған яугирҙарҙы йәнә махсус хәрби операция зонаһына оҙаттылар.

Хәрбиҙәрҙе оҙаттылар, иҫән-һау ҡаршы алырға яҙһын!Хәрбиҙәрҙе оҙаттылар, иҫән-һау ҡаршы алырға яҙһын!
Хәрбиҙәрҙе оҙаттылар, иҫән-һау ҡаршы алырға яҙһын!

  Оҙатыу урын итеп, ғәҙәттәгесә, “Өфө-Арена” һарайы алдындағы майҙан һайланғайны.

Хушлашыу һәр саҡ еңел түгел, юлға сығыусы һалдаттарҙың да, уларҙы оҙатыусы яҡындарының да күҙҙәре моңһоу, йөҙҙәре һағышлы. Хәрбиҙәрҙе иң яҡын кешеләре – ҡатындары, һөйгәндәре, ата-әсәләре, апай-һеңлелерәе, ағай-ҡусыталары, балалары оҙатырға килгән.   Улар араһында коляскала ғына ятҡан сабыйҙар ҙа бар.   

Яугирҙарҙы Республика хәрби комиссариатының бүлек начальнигы Егор Ефимов сәләмләне:

    — Хәйерле кис, хөрмәтле яҡташтар, хәрбиҙәрҙең туғандары! Яу  ҡырҙарында күрһәткән батырлығығыҙ өсөн һеҙгә һәм яҡындарығыҙға  республиканың баш хәрби комиссары полковник Михаил Блажевичтың рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм һәм тиҙ арала тыуған ерегеҙгә әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы  теләйем. Алға, Башҡортостан!

Ике аҙна ял, күп тә түгел кеүек, әммә хәрбиҙәргә  ул бик мөһим. “Яҡындарың янына ҡайтып китеү көс өҫтәй”, - ти улар.

Күгәрсен районынан “Рус” позывнойлы яугир  мобилизация башланған ваҡыттан алып махсус хәрби операцияла.  Ялға ла беренсе тапҡыр ғына ҡайтыуы түгел. Хәрби операцияға тиклем Ишембай нефть колледжын тамамлап, 8 йыл “Роснефть” компанияһында эшләй. 20140 – 2011 йылда Абхазияла хәрби хеҙмәт юлын үтә

     — Әле тағы шул хеҙмәт иткән яҡтарыма яҡынбыҙ. Барыһы ла яҡшы. Башҡортостандан гуманитар ярҙам килеп тора. Маскировкалау селтәрҙәренең дә файҙаһы ҙур, – ти кесе сержант.

Яугирҙы һеңлеһе, ағаһы һәм дуҫы оҙатырға килгән. Ә өйҙә ҡыҙы Әминә менән ҡатыны көтә. Иҫән-һау тиҙерәк яҡындарың янына әйләнеп ҡайтырға яҙһын!   Донъялар тынысланып, бөгөн юлға сыҡҡан яугирҙарҙың барыһын да ошонда уҡ иҫән-һау ҡаршы алырға насип итһен тип теләйек.

Фото:Автор фотоһы. 

Хәрбиҙәрҙе оҙаттылар, иҫән-һау ҡаршы алырға яҙһын!
Хәрбиҙәрҙе оҙаттылар, иҫән-һау ҡаршы алырға яҙһын!
Хәрбиҙәрҙе оҙаттылар, иҫән-һау ҡаршы алырға яҙһын!
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас