

Силәк тә генә силәк йыйҙым еләк,
Ҡыҙарып та бешкән еләгем.
Талмаһын да ине, ай , йөрәгем,
Талһа талһын ике беләгем.
Силәк тә генә силәк йыйҙым еләк,
Еләклегем етмеш саҡырым.
Ҡайҙа ғына тороп ҡалды икән
Бешкән еләк кеүек саҡтарым ?
Силәгемә генә төшкән тамсы
Әллә ысыҡ, әллә йәш микән ?
Уйнап ҡына көлөп йөрөгән саҡтар
Әллә ысын, әллә төш микән ?
Хәлиҙә Миһранова-Алтынбаева.